

Әйтер һүҙем йөрәгемдә
Кәрәк саҡта утлы уҡ.
Тура әйтеп йәшәгәнгә
Берҙән артыҡ дуҫым юҡ.
Йөрәк аша йылмайыуҙы
Аңлар йәшемә еттем.
Сыныҡҡансы күңелемде
Һынау утында өттөм.
Ярамһаҡтарҙы танырлыҡ
Ике нурлы күҙем бар.
Был тормошта минең дә бит
Ҡалдырырлыҡ эҙем бар.
Үҙ һүҙем бар был тормошта,
Шөкөр, минең үҙем бар.
Был донъяның дауылына
Бирешмәҫлек түҙем бар.
Фәнил Бүләков