Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2025, 10:45

Наркотиктарға - юҡ!

Йыл башынан Өфөлә 1400 наркотиктарға бәйле енәйәт теркәлгән.  

Наркотиктарға - юҡ!Наркотиктарға - юҡ!
Наркотиктарға - юҡ!

Йыл башынан Өфөлә 1400 наркотиктарға бәйле енәйәт теркәлгән.

Был хаҡта мэриялағы оператив кәңәшмәлә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Владислав Тарунов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, махсуслаштырылған оператив подразделениелар хеҙмәткәрҙәре Өфө районының баҡса участкаларының береһендә синтетик наркотиктар әҙерләү менән шөғөлләнгән ике кешенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан.

Бынан тыш, шәхси йортта нарколаборатория йыһазландырған Киров районы кешеһе ҡулға алынған.

Сит илдәрҙән килгән кешеләр менән эшләүгә айырыуса иғтибар бүленә. Быйыл Өфөлә наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгән БДМУ-ла Һиндостандан килеп уҡып йөрөгән  ике студент ҡулға алынған. Законһыҙ әйләнештән уларҙан 1 килограмм синтетик наркотик тартып алынған.

Наркоенәйәттәрҙе   асыҡлау өсөн Өфөлә даими рәүештә «Наркозаслон», «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит», «Мәк», «Наркопритон», «Таҙа быуын» оператив-иҫкәртеү операциялары үткәрелә.

Бөгөнгө көндә наркотиктар таратыу менән бәйле законһыҙ эшмәкәрлеккә бәлиғ булмағандарҙы йәлеп итеү буйынса хәл киҫкен булып ҡала. Йыл башынан алып 98 енәйәт ҡылған 16-18 йәшлек  20 кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылған.

Шулай уҡ енәйәт яуаплылығына тарттырыу йәшенә етмәгән кешеләрҙе ҡулға алыу осраҡтары теркәлгән. Бәлиғ булмағандар тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙың бөтә факттары буйынса РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 5.35 статьяһының 1-се өлөшө буйынса ата-әсәләрҙе йәлеп итеү мәсьәләһен ҡарау өсөн райондарҙың бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға ебәрелгән.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас