

- Беҙҙең төп бурыс — күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген тикшереү, — тине Сергей Шойгу.
- Оборона-сәнәғәт, яғыулыҡ-энергетика комплекстары предприятиеларын БПЛА-ның террористик һөжүменән һаҡлауҙы тикшерҙек. Сергей Кужугетовичҡа һәм Игорь Анатольевичҡа был эштең республикабыҙҙа нисек ойошторолоуы тураһында һөйләнек. Үкенескә күрә, һөжүмдәр һаны арта. Уларға ҡаршы тороу өсөн беҙ етди оборона системаһын булдырҙыҡ, ул пассив һәм әүҙем һаҡлауҙы үҙ эсенә ала. Ошо йәһәттән РФ Оборона министрлығы менән әүҙем эшләйбеҙ. Кешеләрҙе яҡлау – төп бурысыбыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: t.me/radiyhabirov