

Был хаҡта Миләүшә үҙенең социаль селтәрҙәрендә һөйләне. Ашҡаҙанды резекциялағандан һуң һуңғы ете айҙа ул 45 килограмға ябыҡҡан һәм процесс дауам итә. Был хәл блогер консультацияға барған пластик хирургты хәүефкә һала.
Билдәле булыуынса, блогерҙың битенә пластик операция датаһы 4 декабргә билдәләнгән. Әгәр анализдар яҡшы булһа операция яһаласаҡ. Әммә табиптарҙа ниндәйҙер шик тыуһа кисектереләсәк.
«Башҡорт хужабикә»һе ныҡ тулҡынланыуын әйтә.
– Мин биткә операция яһатырға ҡурҡам. Хирургым яҡшы. Ул йыйырсыҡтарҙың операциянан һуң бөтмәүен дә алдан иҫкәртте, әммә битемдә һәлпелдәп төшкән ерҙәрҙе алып ташлаясаҡтар, ә йыйырсыҡтарҙы косметологтар ярҙамы менән бөтөрөргә кәрәк, — тине ул.
Операциянан һуң алҡалар тағырға, бер ай спорт менән шөғөлләнергә һәм ярты йыл дауамында мунса инергә ярамай.
Һуңғы талап блогерҙы уйланырға мәжбүр итә.