

Ҡот осҡос хәл күрше Ырымбур өлкәһендә була. Енәйәт ҡылғандан һуң енәйәтсе мәйетте автомобилдең артҡы ултырғысына һала һәм ҡаланан ситкә алып сығрға маташа, әммә ниндәйҙер мәлдә идара итеүҙе үҙ итә алмай бағанаға барып бәрелә.
Артабан, ул автомобилгә ут төртөп яндырырға маташа. Әммә юл-транспорт ваҡиғаһы урынына тиҙ арала килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре үлтереү фактын асыҡлай һәм ғәйепләнеүсене ҡулға ала.
Енәйәтсе уҡытыусының күршеһе булып сыға, улар араһында элек конфликт булған.