Республика етәксеһенә бер нисә ысул менән яҙма йә видеоһорау бирергә мөмкин:
– Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru
– MAX милли мессенджерында чат-бот аша: https://max.ru/glavarb_pl_bot
– «Телеграм»да чат-бот аша: https://t.me/glavarb_pl_bot
– «Бәйләнештә» чат-бот аша: https://vk.me/glavarb_pl_bot
– «Одноклассники» селтәрендә чат-бот аша: https://ok.ru/group/70000042373707/messages
– «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» (Госуслуги.Решаем вместе) сервисында: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/10441/
Әгәр ҙә һеҙ видеоһорау яҙырға уйлаһағыҙ, тәҡдимдәрҙе иғтибар менән өйрәнегеҙ:
– Видеояҙма башында исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йә ҡалағыҙҙы, районығыҙҙы әйтегеҙ, шунан ғына һорауығыҙҙы бирегеҙ.
– Мобиль ҡушымта аша һалғанда видеоның оҙонлоғо бер минуттан да артмаһын. Компьютерҙа 10 мегабайттан ашыу булырға тейеш түгел.
– Видеояҙманы яҡтыла төшөрөгөҙ. Һорау биреүсе кешенең йөҙө асыҡ күренһен, күләгә төшмәһен.
– Һорау биреүсенең артында тәҙрә, лампа йәки башҡа яҡтылыҡ сығанағы булмаһын.
– Видеоны яҙҙырғанда камераны горизонталь тотоғоҙ, шылдырмағыҙ. Камера ныҡ беркетелгән булһын.
– Видеоны телефондың фронталь камераһына селфи рәүешендә төшөрһәгеҙ ҙә горизонталь тотоғоҙ.
– Видеоһорау урамда яҙылһа, һеҙҙең тауыш яҡшы ишетелергә тейеш.
– Һорауҙы бер төркөм кеше бирһә, һәр береһенең йөҙө асыҡ күренһен, тауышы яҡшы ишетелһен. Мөмкинлек булғанда микрофон ҡулланығыҙ.
– Бер планда төшөрөгөҙ һәм ебәрерҙән алда видеояҙманы монтажламағыҙ.
– Яҙмаға музыка һалмағыҙ. Сит тауыштар булмаһын.
– Видеоның аҙағында һорауҙың Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә булыуын әйтегеҙ.
Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә видеоһорауҙар 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.