Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2025, 05:40

Иғтибар! Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан үҙенсәлекле мобиль ҡушымта

Ул һеҙгә ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында мәғлүмәтте шунда уҡ табырға, аҙашһағыҙ ҡайҙа икәнегеҙҙе асыҡларға һәм уртаҡлашырға, хатта бер баҫыу менән ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә шылтыратырға ярҙам итәсәк. ⠀

Иғтибар! Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан  үҙенсәлекле мобиль ҡушымтаИғтибар! Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан  үҙенсәлекле мобиль ҡушымта
Иғтибар! Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан үҙенсәлекле мобиль ҡушымта


Бында шулай уҡ:
💬фельдшерҙар килгәнсе тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнергә;
💬һеҙҙең төбәк өсөн онлайн-хәүеф картаһын тикшерергә;
💬хәүефһеҙлек тураһында белемде камиллаштырырға мөмкин.

✅Иң мөһиме: пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефе тураһында иҫкәртеүсе махсус ҡушымта ла ул. Республика халҡы бындай осраҡтар теркәлгәндә, «112-ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары аша смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы ла инде.

❗️Өҫтөнлөгө шунда, һеҙ был хәбәрҙе мәлендә үк алаһығыҙ.

Файҙалы мәғлүмәт, категориялар һәм интерактив эшмәкәрлек — хәүефһеҙлек тураһында барыһы ла хәҙер смартфондағы махсус бер ҡушымтала, уны телефонығыҙға күсереп алығыҙ!

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас