

Бәләбәй районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса бара.
Йәмәғәт биләмәһендә сифатлы плитка түшәйҙәр, фонтан да төҙөлә, уңайлы эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйылған да инде. Тиҙҙән бында гобо-проекторҙар һәм "Ер кендеге" арт-объекты урынлаштырыласаҡ. Әлбиттә, йәшелләндереү мәсьәләһе лә - иғтибар уртаһында.
Фото: Национальные проекты РФ