

Бер кем белмәй ғүмер йомғаҡтарын
Теләгәнсә әкрен һүтергә.
Һүтелгәнде кире урап булмай.
Һуң булыуы бар бит иртәгә.
Һәр бер көн-миҙгелдең ҡәҙерҙәрен
Белеп кенә ғүмер итәргә...
Бөгөнгөнөң бел һин ҡәҙерҙәрен.
Һуң булыуы бар бит иртәгә.
Һөй һәм һөйөл, һөйөн, көйөн, ила...
Барыһы да кәрәк үтергә.
Йәшәп ҡал һин бөгөн! Бөгөн! Бөгөн!
Һуң булыуы бар бит иртәгә...
Физәлия Дәүләтгәрәева