

Башҡортостанда иң яҡшы студенттарға махсус стипендиялар бүленде. Тейешле ҡарарҙарға хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документтар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Өфө фән һәм технологиялар университетының өс студенты Мостай Кәрим исемендәге махсус стипендияға лайыҡ булды. Филология факультеттары вәкилдәре Рушана Ихсанова һәм Тамерлан Хәмзин 1200 һум күләмендә өҫтәмә аҡса ала башлаясаҡ. Туған телдәрҙе һәм әҙәбиәтте һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлегенә индергән өлөшө өсөн Рауил Бикбаев исемендәге махсус стипендияға Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Йәнгузәл Зәйнуллина Һәм Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Эльмира Мөхәмәтдинова лайыҡ булды. Улар шулай уҡ йыл дауамында стипендияға өҫтәп 1200 һум аласаҡ.
Шәп студенттарҙы ҡотлайбыҙ!
Фото: Олег Яровиков.