

Кушнаренко районында йөк һәм 4 еңел автомобиль бәрелешкән. Һөҙөмтәлә 5 кеше зыян күрә, дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға сәбәбе асыҡлана. Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2 еңел а/м бәрелешә: "ВАЗ 2107" менән "УАЗ Пикап". Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк була, шулай уҡ бер кеше йәрәхәтләнә. Ваҡиға сәбәбе асыҡлана.
Хөрмәтле водителдәр, машина йөрөткәндә хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: пассажирҙарҙың ғына түгел, бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың да хәүефһеҙлеге һеҙҙең ҡулда.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.