Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2025, 12:45

Бензинға йәнә хаҡ артҡан!

Башҡортостанда сираттағы тапҡыр бензинға хаҡтар күтәрелде. Был октябрь айында яғыулыҡтың дүртенсегә ҡиммәтләнеүе.

Бензинға йәнә хаҡ артҡан!Бензинға йәнә хаҡ артҡан!
Бензинға йәнә хаҡ артҡан!

«Башнефть» компанияһының Өфөләге заправкаларында бензин хаҡының ҡырҡа артыуы теркәлгән. Иң күбе дизель яғыулығы - бер ярым һумға ҡиммәтләнгән. Хәҙер бер литр дизель яғыулығы өсөн 69 һум 4 тин бирергә тура киләсәк. АИ-95 маркалы бензиндың хаҡы 10 тингә артҡан һәм уның хаҡы 25 октябргә 61 һум 80 тингә тиң. АИ-92 һәм ATUM-92 15 тингә үҫкән һәм хәҙер 58 һум һәм 59 һум 30 тин тора.

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас