

Йәкшәмбе, 25 октябрҙә, республикала боҙлауыҡ һәм томан көтөлә. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса,төндә һауа температураһы -2, -7°, урыны менән +3° тиклем төшә, ә көндөҙ термометр бағанаһы +7,+12° тиклем күтәрелә.
"Төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк. Тайғаҡ юлдарҙа тормоз юлы арта, боролоштарҙа һырғалау хәүефе янай. Быны иҫәпкә алып, алда барған транспорт араһында күберәк арауыҡ ҡалдырығыҙ. Киҫкен маневрҙарҙан һаҡланығыҙ. Тиҙлек режимын үтәгеҙ", - тип иҫкәртте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы.