Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2025, 07:15

42 иҫерек водитель тотолған!

Ҡыйбатлы машиналарынан яҙып торалар, әммә эсеүҙән туҡтамай ҡайһы берәүҙәр...

42 иҫерек водитель тотолған!42 иҫерек водитель тотолған!
42 иҫерек водитель тотолған!

42 иҫерек водитель тотолған, уларҙың өсәүһе икенсегә эләккән - уҙған тәүлектә Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы уҙғарған иҫкәртеү рейдтары һөҙөмтәһе шулай.

Бөтәһе 1500-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу асыҡланған. Шул иҫәптән, 10 кеше идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән килеш машина йөрөткән, 40 водитель тыйылған ерҙә ҡаршы һыҙатҡа сығып, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн етди хәүеф тыуҙырған.

Водителдәрҙең йәки иҫерек йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы тураһында БР буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу линияһы буйынса хәбәр итә алаһығыҙ - 8 (347) 279-32-92, шулай уҡ мессенджер аша - @GIBDDRB_02bot.

Стәрлетамаҡтағы фажиғә тураһында: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-10-25/ot-os-os-avariya-4441140

Ике авария хаҡында ла яҙҙыҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-10-25/h-ef-h-t-r-urap-t-en-4441132

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001716757225

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас