

«Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса бында магазин биләмәләре яңыртылған, сауҙа өсөн өҫтәмә урындар булдырылған, уңайлы йәйәүле юлдары, гирляндалар, матур йәшеллек тә халыҡты ҡыуандырасаҡ.
Әйткәндәй, былтыр биләмәлә балалар һәм спорт майҙансығы төҙөлгән, парковка зонаһы булдырылған, эскәмйәләр, бәләкәй архитектура һындары ҡуйылған.
Темәс - 1919 йылда төҙөлгән Башҡорт Совет Республикаһының тәүге баш ҡалаһы (был һәр кемгә таныш тарихи факт). Үрҙәге атамаһы ла шунан.
Фото: Национальные проекты РФ