Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2025, 14:00

Матур булғығыҙ килһә...

Бит тиреһе матур булһын тиһәгеҙ, иң беренсе сиратта диета тотоу мөһим. Эсәктәрҙең ҡабарыуына килтереүсе аҙыҡтарҙы ашамаҫҡа тырышырға кәрәк, шулай уҡ ныҡ эҫе һәм ныҡ һыуыҡ ризыҡтар ҙа ярамай.

Матур булғығыҙ килһә...Матур булғығыҙ килһә...
Матур булғығыҙ килһә...

   Ваҡыты-ваҡыты менән ромашка төнәтмәһе менән укроп һыуы эсеү  яҡшы һөҙөмтә бирә. Икенсенән,  дарыу үләндәренән һәм әсе еләк-емештән, йәшелсәнән биткә япмалар ябыу файҙалы. Ҡулланыр алдынан уларҙы бер аҙ һыуытып алырға онотмағыҙ. Кемдең тиреһе майлы, уларға һуттарға – йомортҡа ағын,  ә кемдәрҙең тиреһе ҡоро – һарыһын  ҡушып ҡулланырға кәңәш ителә. 

  1. Ромашка. Төнәтмәһенән әҙерләнгән япманы биттең ҡыҙарыуы кәмегәнсе көн һайын эшләргә кәрәк. Һуңынан – көн аша, артабан – аҙнаһына ике тапҡыр.
  2. Мүк еләге. Һутына манып алынған салфетканы 10 минутҡа биткә ябып торорға.
  3. Эт дегәнәге (череда). Һыу ҡушып (1:30) төнәтмә әҙерләргә һәм  шулай уҡ туҡыманы шунда манып алып, биткә ябырға.
  4. Алоэ. Һутына тигеҙ күләмдә һыу ҡушып бутарға. Салфетканы  манып алып, 10 – 15 минутҡа биткә ябырға.  Көн аша  20 – 25 процедура эшләргә.
  5. Ҡара ҡарағат, помидорҙы битлек эшләү өсөн ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн уларҙы иҙеп, битегеҙгә һылағыҙ.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас