Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2025, 12:00

12 721 куртканың хужаһы табылмаған

Таможня хужаһыҙ тауарҙы дәүләткә тапшырған.

12 721  куртканың хужаһы табылмаған12 721  куртканың хужаһы табылмаған
12 721 куртканың хужаһы табылмаған

 

Өфөнөң Калинин район суды Башҡортостан таможняһының дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе һәм 12 721 дана куртка-пуховиктар партияһын хужаһыҙ мөлкәт тип таныны, тип хәбәр иттеләр республика судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән.

Әйберҙәр таможня хеҙмәткәрҙәре тарафынан транспорт сараһын тикшергәндә табыла, әммә уларҙың хужаһын асыҡлау мөмкин булмай. Ебәреүселәр ҙә, алыусылар ҙа тауар менән оҙаҡ ваҡыт ҡыҙыҡһынмай. Хәҙер, суд ҡарарына ярашлы, курткаларҙың бөтә партияһы рәсми рәүештә дәүләткә тапшырыласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас