

Еңеүсе һүҙҙәренсә, ул бер көндә төрлө урындарҙа 13 билет һатып алған, был уның яратҡан һаны. Уларҙың береһе отошло булып сыҡҡан. Яҙыусының уңышҡа көйләгән үҙенсәлекле йолаһы ла булған.
- Мин билеттарҙы һул ҡулым менән һайлап алдым, мөғжизә булдһын, тип теләнем. Мин ырымдарға ышанам, юш килгән төштәр күрәм, мәҫәлән, әҙәби премия алыр алдынан шулай булды, — ти еңеүсе. — Отошто ҡараған саҡта билеттарымдағы һандарҙы билдәләп өлгөрмәгәс, отмаҫмындыр тип уйлай башланым. Шунан ҡасандыр бер сауҙа үҙәгендә магазин лотереяһында еңеү яулауым иҫемә төштө. Был еңеүгә ышаныс бирҙе. Аҙаҡтан инде аҡса отҡанымды белдем.
Приз аҡсаһын Фирҙәүес Наил ҡыҙы Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеүгә тотонған. Күпмелер өлөшөнә үҙенең китабын нәшер иткән, шулай уҡ гардеробын яңыртҡан.
Фото: Бөтә Рәсәй дәүләт лотереяларын таратыусы компанияның матбуғат хеҙмәте.