

Беҙҙең йәштәр Чжэнчжоуҙа үткән “Formula Student China 2025” уҙышында Рәсәйҙән берҙән-бер команда булған. Дөйөм алғанда, унда Рәсәйҙән, Ҡытайҙан һәм Бангладештан 68 студент командаһы ҡатнашҡан.
Һауа шарттары бик ҡатмарлы булған, хатта трассанан 40 машинаның 10-ауһы сыҡҡан, ә беҙҙең команда “Яғыулыҡ һөҙөмтәлелеге” категорияһында алтынсы урын алған, тип хәбәр итәләр.
Команда етәксеһе Максим Рәжәпов белдереүенсә, студенттарҙың ошондай халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыуы файҙалы, бәйләнештәр булдырыуға ла булышлыҡ итә.
“Беҙҙең янға Ҡытай йәштәре килеп, тәжрибә уртаҡлашыу, республикаға уҡырға инеү ниәте барлығын әйтте”, – тигән ул.
Фото: Национальные проекты РФ