Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2025, 07:35

"Лолита Милявская, һеҙ - ахмаҡ!"

Муттарҙан ябай кешеләр генә зыян күрмәй, артистар ҙа уларҙың тоҙаҡтарына эләгеп ҡуя. 

"Лолита Милявская, һеҙ - ахмаҡ!""Лолита Милявская, һеҙ - ахмаҡ!"
"Лолита Милявская, һеҙ - ахмаҡ!"

Йырсы Лолита Милявская телефон мутлашыуы ҡорбаны булыуын хәбәр итә. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һөйләне. Артист әйтеүенсә, уға транспорт компанияһы тип яҙылған номерҙан шылтыраталар. Ул ике микрофондың килтерелеүен көтә һәм шылтыратыу ошоға бәйле тип уйлай. Асыҡлап тормайынса, ул посылканы подъезда ҡалдырырға ризалаша, һәм шылтыратыусыларҙың үтенесе буйынса кодты әйтә. 

Һуңынан асыҡланыуынса, код енәйәтселәргә йырсының "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы аккаунтына инеү мөмкинлеген бирә.

- Һәм мин шунда уҡ код. Шунда уҡ! Ҡарамайынса! Кодты бирәм һәм: "Һеҙ, Милявская, ахмаҡ", — тигәнде ишетәм, - ти йырсы.

Ошонан һуң уның телефонына "Дәүләт хеҙмәттәре" аккаунтына инеү тураһында смс килә. Бәхеткә күрә, эргәлә таныштары була, улар тиҙ арала инеү кодтарын үҙгәртергә ярҙам итә. Был ваҡиғанан Һуң Милявская яҡындағы Күп функцияла үҙәккә юллана, унда мөлкәт менән килешеүҙәрҙе тыйған, шулай уҡ уның исеменән кредит биреүгә сикләүҙәр индергән.

- Беҙ барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе аҡыллы, алдауҙарға бирешмәгән кешеләр, тип уйлайбыҙ. Һәм мин дә үҙемде шулай тип уйлағайным, - тип Лолита ғәйебен таный.

Фото: Life.ru.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас