

Уның өсөн эслеккә (повидлоға) ҡабаҡ ҡушыла.
Әҙерләү:
Ҡамырына – дүрт йомортҡа, бер стакан тулыр-тулмаҫ шәкәр, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, бер ҡап ҡамыр ҡабартҡыс, бер стакан он. Ҡамырҙы тигеҙ итеп йәйеп, эҫе мейестә йә духовкала 10 – 15 минут бешерергә (ваҡытын үҙегеҙ самалағыҙ, төрлө духовка төрлөсә эшләй).
Эслегенә үҙегеҙ теләгән тәмлекәсте һалығыҙ. Рулет итеп төргәс, әҙ генә һыуынһын да, һыуытҡысҡа ҡуйырһығыҙ.
Ә ошо повидло бигерәк тәмле: 3 кг ҡабаҡ, бер әфлисун, бер лимон (ҡабыҡтары менән дә ярай), 800 г шәкәрҙе бергә бутап, бер тәүлек тоторға ла, шул массаны 40 минут бешерергә. Аҙаҡтан блендер менән иҙергә.
Тәмле булһын!
Фото: асыҡ сығанаҡтан.