

Был хаҡта БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова хәбәр итте. Эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында башҡарылды.
Темәс 1919 йылда ул Башҡорт Совет Республикаһының тәүге башҡалаһы була.
Төҙөкләндереү эштәренең беренсе этабында бында балалар майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү зонаһы, парковка, беседкалар, кесе архитектура формалары, сүп-сар һауыты барлыҡҡа килде. Шулай уҡ биләмәне яҡтыртыу һәм йәшелләндереү буйынса эштәр башҡарылды.
Быйыл иһә магазиндар янын төҙөкләндерҙеләр, сауҙа итеү өсөн айырым урындар булдырылды. Йәйәүлеләр өсөн уңайлы асфальт
юлдар эшләнде, тирә-яҡты гирляндалар менән биҙәнеләр.
Ике этап буйынса башҡарылған эштәрҙең дөйөм хаҡы, 40,9 млн һум тәшкил итте. Ике килешеүҙе лә «Рефстройпроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте отто.
Быйыл Башҡортостанда милли проект буйынса бөтәһе 100 объект төҙөкләндерелә.
Фото:Башинформ.