

Ҡайһы бер күп фатирлы йорттарҙа йылылыҡ юҡ. Был темаға мөрәжәғәттәрҙең артыуы ЦУР-ҙа ла теркәлә.
- Был кешеләрҙе ныҡ ярһыта. Тышта инде һалҡын. Эшләгеҙ, - тип ҡушты төбәк етәксеһе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына.
Башҡортостан Башлығы профилле ведомствонан проблемалы муниципалитеттар менән эште көйләүҙе талап итте. Иң күп ғаризалар Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларынан килә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.