

Әлеге ваҡытта иген культуралары майҙандарының 98 проценты йыйып алынған, йәғни 1,4 миллион гектар самаһы.
26 мең гектарҙы йыйып алырға ҡала (башлыса кукуруза һәм ҡарабойҙай).
Яҡынса 3,8 миллион тонна иген һуғылған. Был былтырғыға ҡарағанда 500 мең тоннаға тиерлек күберәк.
Республика буйынса уртаса уңыш гектарынан 27 центнерҙан артҡан.
Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, иген һуғыу буйынса лидер - Стәрлетамаҡ районы (250 мең тонна). Башҡортостандың Саҡмағош, Мәләүез, Илеш, Баймаҡ, Ауырғазы һәм Дәүләкән райондары аграрийҙары 150-шәр мең тоннанан ашыуын һуғып алған.
Уңыш буйынса Саҡмағош һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хужалыҡтары алдынғы урынды биләй, улар һәр гектарҙан 43-тән 46 центнерға тиклем иген йыйып алған. Ауырғазы, Стәрлетамаҡ һәм Ғафури райондары аграрийҙары гектарынан 35 центнерҙан ашыу уңыш алған.
Бер үк ваҡытта төбәктә шәкәр сөгөлдөрө, йәшелсә һәм картуф йыйыу тамамлана. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән майҙандарҙың 90 проценты тиерлек йыйып алынған (яҡынса 1,9 млн тонна тупланған). Уртаса уңыш гектарынан 485 центнер тәшкил итә.
- Дөйөм алғанда, бөтә культуралар буйынса урып-йыйыу кампанияһын 15-20 көн эсендә тамамларға планлаштырабыҙ, - тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры-ауыл хужалығы министры.
Фото: Александр Данилов.