«Йәшлек»кә яҙылығыҙ, бүләк отоғоҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь , 16:00

«Окоп шәме ғүмеребеҙҙе ҡотҡарҙы»

«Дед» – 31 -се мотоуҡсылар «Башҡортостан» полкының хәрбийе. Ҡыҙыл-Лиман йүнәлешендә штурм барышында  яраланып, күптән түгел госпиталдә дауаланып ҡайтты.  

«Окоп шәме ғүмеребеҙҙе ҡотҡарҙы»
«Окоп шәме ғүмеребеҙҙе ҡотҡарҙы»

Уның менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Блиндаждағы буржуйкала утын урынына окоп шәмдәре ҡуйып йылынып ултырғанда  яугир миңә тап уларға  бәйле тарихты һөйләне.

Ул  сығышы менән Ғафури районынан. Данлы республикабыҙҙың күп кенә егеттәре кеүек, 2023 йылдың яҙында уҡ Ватан мәнфәғәттәре һағына баҫа. «Башҡортостан» полкы  ойошторолған көндән алып бында хеҙмәт итә.

  Кесе штурмлау төркөмө терәк пункты егеттәренә  ярҙамға сыға. Шәхси состав араһында тәжрибәле яугирҙар ҙа, йәштәр ҙә була. Иртә менән һуҡмаҡҡа сығып, төшкә табан егеттәр күрһәтелгән нөктәгә барып етә. Ыҡлы ғына  блиндаж табалар, урынлашып бөтөп, һөжүмгә әҙерләнәләр. Көндөҙ бер нисә яугир дошман дрондарының күҙенә эләгә. Улар геүләп, шартлатҡыс ташлап, осоп китә.

  «Дед»ҡа был хәл оҡшамай. Тимәк,  төндә мотлаҡ «Баба яга» осоп киләсәк, тип һығымта яһай ул. Көндөҙ «ҡошсоҡ»тар  ҡабат яндарына килеп борсомай. Төркөм урынлашҡан еренән күсергә ҡарар итә. Блиндаждан алыҫ түгел  төлкө өңө табыла, яугирҙар шунда күсеп ултыра. Ә алдан әҙерләнгән блиндажда йылылыҡ эҙҙәре булһын өсөн янған окоп шәмдәрен ҡалдыралар. «Дед»дың фаразлауы дөрөҫкә сыға, төндә   «Баба яга» осоп килә.

Дошмандың гексакоптеры туранан-тура көндөҙ хәрбиҙәр  йөрөгән блиндажға йүнәлә. Уны яндырып, осоп та китә.

 «Урыныбыҙҙы  алмаштырып, тар ғына төлкө өңөндә туңһаҡ, туңдыҡ, әммә иҫән ҡалдыҡ. Ошоноң арҡаһында ҡуйылған хәрби заданиены ла үтәнек», – ти яугир.

Рафиҡ ӘХМӘТШИН.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас