Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2025, 07:30

Әнүәр Нурғәлиевҡа етди операция яһағандар

Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев үҙенең хәле хаҡында социаль селтәрендә һөйләне.

Әнүәр Нурғәлиевҡа етди операция яһағандарӘнүәр Нурғәлиевҡа етди операция яһағандар
Әнүәр Нурғәлиевҡа етди операция яһағандар

 Уға йәнә йөрәгенә операция яһатырғандар. Дауаханала ятып сығыуына ҡарамаҫтан, йырсының гастролдәр графигында үҙгәрештәр булмай.

 

"Дуҫтар, Пермь, Екатеринбург, Төмән, Себер, Силәбе, Учалы яҡтарында йөрөп ҡайттыҡ. Һәр тамашасыма айырым рәхмәтем һәм хөрмәтем. 18 ҡала, 12 мең тамашасы, миллионлаған алҡыш һәм аңлатып бөтмәҫлек хис-кисерештәр.

 

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был гастролдәр бер ҙә еңелдәрҙән булманы. Барайыммы, юҡмы, тип оҙаҡ уйланым. Сөнки 17 сентябрҙа Мәскәүҙә йөрәгемә операция яһаттым. Әммә мин, иң шәп дауа - яратҡан тамашасым менән бергә булыу, тигән һығымтаға килдем. Аллаға шөкөр, матур ғына, уңышлы итеп йөрөп ҡайттыҡ. Ә хәҙер яңы турға әҙерләнәбеҙ", - тип яҙған йырсы.

 

Әйткәндәй, үткән йыл да йырсы ошо ваҡытта йөрәгенә операция яһатҡан ине.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас