Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2025, 10:35

Милли проекттарға күпме аҡса бүленә?

БР Хөкүмәтендә район һәм ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе үтте. Премьер-министр Андрей Назаров уҙғарған сарала милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы тикшерелде.

Милли проекттарға күпме аҡса бүленә?Милли проекттарға күпме аҡса бүленә?
Милли проекттарға күпме аҡса бүленә?

Быйылға милли проекттарҙың дөйөм бюджеты 49 миллиард һум тәшкил итә, шуларҙың 35 миллиард һумы - федераль ҡаҙнанан. Урында ҡаралған бюджет - 8,6 миллиард һум, 7,4 миллиарды - федераль аҡса. 8,4 миллиард һум күләмендәге бюджет-ара трансферт дүрт милли проектҡа бүленгән: «Йәштәр һәм балалар», «Тормош өсөн инфраструктура», «Ғаилә», «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ». 

Андрей Назаров әйтеүенсә, быйыл беҙҙә милли проект буйынса 36 мәҙәни һәм мәғариф объектына капиталь ремонт яһала, 170 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә.

- Милли проекттар кеше тормошон еңеләйтергә йүнәлтелгән. Маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү мөһим, - тине БР Хөкүмәте Рәйесе.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас