

– Һиндә иң көтөлмәгән нәмә? Холҡоң яғынан, – тигән һорау биргәндәр.
– Мин бик ныҡ ирҙәрҙе йлләйем. Бәләкәйҙән ҡалған ул. Атайым әсәйем менән айырылышҡас, атайым бер үҙе йәшәгәс, мин һәр ваҡыт атайымды йәлләй инем, һәм был сифат миндә әле лә бар. Ирҙәргә гел ярҙам итәм. Минең командамда ла бик күп егеттәр. Һәммәһе менән дә тығыҙ бәйләнештәмен. Бының дөрөҫ түгел икәнен дә аңлайым. Ирҙәрҙе йәлләргә ярамай. Был сифатым миңә бөтөнләй оҡшамай.