Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2025, 08:45

Ә һеҙҙә булдылармы?

"Һаулыҡ поездары" составындағы табиптар быйыл 365 тораҡ пунктта халыҡты ҡабул иткән.

Ә һеҙҙә булдылармы?Ә һеҙҙә булдылармы?
Ә һеҙҙә булдылармы?

ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһына  йомғаҡ яһаны. Сара барышында белгестәр 40 меңдән ашыу пациентты тикшергән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса табиптар 23 меңгә яҡын ауырыуҙар үҫешенең хәүеф факторҙарын асыҡлаған, талап ителгән осраҡта ауыл кешеләрен тикшереүгә һәм дауаханаға оҙатҡандар. Министр билдәләүенсә, 2019 йылда, акция башланғандан алып, халыҡ йәшәгән урындар һәм тикшерелгән пациенттар һаны 1,5 тапҡырға артҡан. Сағыштырыу өсөн, әгәр тәүге йылда "Сәләмәтлек поездары" аша 104 мең тикшереү үткәрелһә, быйыл - 175 мең.

Фото: https://vk.com/minzdrav_02?from=search

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас