

Бер төркөм егеттәр Зәңгәр күлгә ял итергә килгән. Музыка ҡуйғандар, һыу инергә йыйынғандар. Улар янына ике егет килеп, тиҙ генә ҡайтып китеүҙәрен талап иткән, береһе, полиция хеҙмәткәре танытмаһын күрһәтеп, пистолет менән янаған. Йәштәр тыңламағас, уларға травматик пистолеттан атҡан, боросло баллонсыҡтан һиптергән.
Ваҡиға факты буйынса тикшереү башланған, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк. Пистолеттан атҡан 27 йәшлек егет бер ҡайҙа ла эшләмәй.