Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2025, 15:15

Балалар ҡыуанасаҡ!

Көҙгө каникулдар ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ буласаҡ.

Балалар ҡыуанасаҡ!Балалар ҡыуанасаҡ!
Балалар ҡыуанасаҡ!

Уҡыусылар 25 октябрҙән 4 ноябргә тиклем ял итә.

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин үҙенең сәхифәһендә яҡынлашып килгән көҙгө каникул тураһында яҙҙы:

- Уҡыу календарына ярашлы, 1-11 класс уҡыусылары өсөн көҙгө каникул 2025 йылдың 25 октябренән 2 ноябренә тиклем була. Быйылғы йылдың үҙенсәлеге шунда: каникулдан һуң беҙҙе дәүләт байрамы - Халыҡтар берҙәмлеге көнө көтә, 4 ноябрь - ял көнө. Шулай итеп, уҡыусылар 25 октябрҙән 4 ноябргә тиклем туғыҙ көн рәттән ял итә ала. Балалар 5 ноябрҙә, шаршамбы, яңы ҡаҙаныштар яулар өсөн көс-ҡеүәт йыйып, ял итеп, парта артына ҡайтасаҡ. 

Министр шулай уҡ ата-әсәләрҙән каникул осоронда балаларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләүҙәрен һораны. Ә уҡыусыларға был көндәрҙе файҙалы үткәрергә: күберәк саф һауала йөрөргә, ҡыҙыҡлы китаптар уҡырға, ғаилә менән ваҡыт үткәрергә һәм мәҙәни сараларға йөрөргә теләне.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001949597807

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас