

Өфөнөң Октябрь районы суды 52 йәшлек иргә ҡарата "кеше үлтереү" һәм "сәләмәтлеккә аңлы рәүештә еңелсә зыян килтереү" статьялары буйынса хөкөм сығарҙы.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың июль кисендә Баязит Бикбай урамындағы күп фатирлы йорттоң бишенсе ҡатындағы фатирҙа иҫерек ир менән уның ҡатыны араһында конфликт була. Ир ҡатынын туҡмап, уның танауын һындыра. Үҙенең ғүмере өсөн ҡурҡып, зыян күреүсе фатирҙан сығырға маташа, әммә ғәйепләнеүсе уға быны эшләргә бирмәй. Ахырҙа ҡатын балконға ҡасып сыға. Енәйәтсе уны асыҡ тәҙрәнән этәреп төшөрә. Алынған үлемесле йәрәхәттәрҙән ҡатын бер аҙнанан һуң дауаханала вафат була.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымай. Суд уға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына 9 йыл 8 айға иркенән мәхрүм итә.
Ҡатындың бәләкәй ҡыҙы файҙаһына прокуратура дәғүәһе буйынса рухи зыянды ҡаплау өсөн 1 миллион һум күләмендә аҡса түләтелә.
Бынан алда Өфөлә йәш ҡыҙҙың өсөнсө ҡатта йәбешеп тороуы хаҡында яҙғайныҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.