

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Вадим Харисов Ашхабадта үткән халыҡ-ара олимпиадала еңеп сыҡты! Химия йүнәлеше буйынса иң юғары балл - Вадимда!
Әйткәндәй, Вадим Харисовтың Ҡытайҙа, Сәғүд Ғәрәбстанында, Швейцарияла, Ҡаҙағстанда уҙған халыҡ-ара олимпиадаларҙан алған алтын миҙалдары бар.
Был юлы Ашхабадта төрлө илдән 250 вуз студенты һынау тотҡан. Рәсәй вәкилдәре 26 мөмкинлектән 13 алтын миҙал яулаған, һигеҙ - көмөш, дүрт - бронза.
Вадимдың еңеүе - уның аҡылынан, тырышлығынан, ныҡышмаллығынан килә. Тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшергә яҙһын башҡорт егетенә.