

Өфөнән Татьяна Бочкарева 2024 йылан алып ЛНР һәм ДНР дауаханаларында эшләй. Табипҡа Соледар ҡалаһына барып, медицина пункттары итеп йыһазландырылған подвалда яралы һалдаттарға ярҙам күрһәтергә тура килә. Июлдә “Графиня” позывнойын алып, А. Невский исемендәге ирекле разведка- штурм бригадаһы сафтарына баҫа. Унда ла күп яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡара.
Хәҙер табип Луганск, Ростов өлкәһе, Красный Луч ҡалаһы госпиталдәрендә эшләй. Төп эшенән тыш, алғы һыҙыҡҡа ла йөрөй. Татьяна Владимировна күптән түгел медицина ярҙамын күрһәтеүҙәге фиҙакәрлеге өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.