Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2025, 06:45

19 октябрь — Атайҙар көнө

Өфөлә Атайҙар көнө билдәләндеБашҡортостандың “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы Атайҙар көнө уңайынан республиканың төрлө төбәгенән атайҙарҙы һәм улдарҙы йыйҙы.

19 октябрь — Атайҙар көнө19 октябрь — Атайҙар көнө
19 октябрь — Атайҙар көнө

Байрам Салауат Юлаев проспектында экологик акциянан башланды, унда ҡатнашыусылар Атайҙар аллеяһына нигеҙ һалды. Әйткәндәй, “Ирҙәр ҡоро” йыл һайын был дата уңайынан экологик сара ойоштора. Мәҫәлән, 2023 йылда Белорет районында Атай шишмәһе төҙөкләндерелгән​, былтыр Асылыкүл буйында ҡарағай ултыртылған, күлде туҡландырыусы шишмә юлы таҙартылған.
Ағас ултыртылғандан һуң традицион яндан уҡ атыу буйынса бәйге уҙҙы. М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының ярыштар үткәреү өсөн йыһазландырылған иркен залында иң мәргән атай һәм ул командаһы асыҡланды.
Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар оло әһәмиәткә эйә. "Ата һәм бала мөнәсәбәте бергәләшеп эшләү, ағас ултыртыу кеүек саралар аша ла нығына. Баланың атаһына ҡарата ихтирамы арта, ғаилә башлығы ла балаларының тормошо менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башлай. Шулай уҡ Башҡортостандың төрлө төбәгенән килгән ҡатнашыусылар яңы дуҫтар таба, аралашыу даирәләре киңәйә ", — ти Зариф Закир улы.
158-се башҡорт гимназияһы директоры Азат Аҡманов әйтеүенсә, бындай саралар һөҙөмтәһендә мәктәп үҙенең традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы статусын раҫлай: «Мәктәп программаһы шәхес тәрбиәләү менән генә сикләнмәй, ә йәмәғәт ойошмалары эгидаһы аҫтында үткәрелгән кластан тыш саралар ҙа мөһим. Беҙ үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү өсөн һәр ваҡыт асыҡ», – тип өҫтәне Азат Азамат улы.
Осрашыу тәмле һалдат бутҡаһы һәм күңелле аралашыу менән тамамланды. Яңы дуҫтар йылы атмосферала байрамдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Улар “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы ноябрҙә – Әсәйҙәр көнө, ә декабрҙә күп балалы ғаиләләр көнө уңайынан үткәрәсәк сараларҙа йәнә осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас