

"Тиҙ ярҙам" бригадаһы баланы 17-се балалар дауаханаһына бик ауыр хәлдә алып килә. Ашығыс операция, Республика Балалар клиник дауаханаһы табиптары ҡатнашлығында консилиум, шулай уҡ федераль үҙәктәр менән 9 телемедицина консультацияһы үткәрелә. Табиптар уның ғүмерен һаҡлап ҡала, хәлен тотороҡландыра, мөмкин булғандың барыһын да эшләй һәм хәҙер уға дүртенсе кимәлдәге медицина ярҙамы талап ителә.
Ҡыҙ Рәсәй балалар клиник дауаханаһында дауаланыуын дауам итәсәк. Мәскәүгә уны махсус борт менән һәләкәттәр медицинаһы Үҙәге белгестәре алып китә.