Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2025, 10:00

Баш ауыртҡанда

Иртән уяныуыуығыҙға баш ауыртһа, күнегеүҙәр эшләп ҡарағыҙ. 

Баш ауыртҡандаБаш ауыртҡанда
Баш ауыртҡанда

 

  • Иртәнсәк түшәктән тормаҫ борон ныҡ ҡына итеп кирелеп алығыҙ. Ҡулдарығыҙҙы елкәгә ҡуйып бармаҡтарҙы-бармаҡтар араһына кейҙереп, бикләгеҙ һәм 10-ға тиклем һанағансы, әкрен генә алға эйелегеҙ. (10 тапҡыр ҡабатларға).
  • Ҡолаҡтарығыҙҙы устарығыҙ менән ыуығыҙ. (20 тапҡыр).
  • Баш бармағығыҙҙың һырты менән ҡаш өҫтөндәге дуғаларҙы танау өҫтөнән ҡолаҡҡа һәм кире яҡҡа ҡарай ыуалағыҙ. (20 тапҡыр).
  • Баш бармаҡты бөгөңкөрәп, күҙ алмаларына массаж эшләгеҙ. (10 тапҡыр танауға ҡарай һәм 10 тапҡыр кире яҡҡа).
  • Күҙегеҙҙе йомоғоҙ ҙа ҡарашығыҙҙы уңға-һулға күсерегеҙ. (20 тапҡыр).
  • Битегеҙгә массаж эшләгеҙ: тәүҙә танау һәм ҡолаҡ остарына, артабан бит уртаһынан ҡолҡҡа ҡарай. ( 20 – 30 тапҡыр).
  • Ҡолағығыҙҙы устарығыҙ менән ҡаплап, һуҡ бармаҡ менән баштың артҡы өлөшөнә һуҡҡылағыҙ. (10 тапҡыр).
  • Иҙәнгә ултырып, тәрән итеп тын алығыҙ һәм тынды сығарған ваҡытта ҡулдарығыҙ менән  аяҡ бармаҡтарына ынтылығыҙ. (40 тапҡыр).
  • Усығыҙ менән сәғәт уҡтары буйынса уратып, тубыҡҡа массаж эшләгеҙ. Ул нервыларҙы тынысландыра.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас