

Был акцияла йәштәр ҙур предприятиеларға сәфәр ҡылып, иң кәрәкле һөнәрҙәр менән таныша.
ОДК-УМПО, Кумертау-ТЭЦ, „Башкирэнерго“, „Гидравлика“ Ново--Салаватская ТЭЦ кеүек компанияларҙа осрашыуҙар ойошторолған. "РИВС" ғилми-проект берекмәһендә йәки Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында ғалимдарҙың эше менән дә танышырға мөмкин. Шулай уҡ буласаҡ зоотехниктарҙы, агрономдарҙы, механизаторҙарҙы төрлө ауыл хужалығы предприятиеһында көтәләр.
Мәҫәлән, Өфөнөң 121-се гимназияһы уҡыусылары "Урал таштары" заводында, Салауат индустриаль коллежды студенттары ремонт-механика заводында булған.
«Турникетһыҙ аҙна» акцияһы 250-нән ашыу предприятиела үтә.
Фото: национальныепроекты.рф