Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октябрь 2025, 14:13

Һигеҙ йылға колонияға

Эскән килеш машина йөрөткән саҡта кешенең үлеменә сәбәпсе булған 24 йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылған.  

Һигеҙ йылға колонияғаҺигеҙ йылға колонияға
Һигеҙ йылға колонияға

Тәфтиш һәм суд билдәләүенсә, 2025 йылдың 11 ғинуарында кискеһен "Тойота Камри" автомобиле водителе иҫерек килеш Өфө тракт урамы буйлап китеп барған саҡта "Мерседес Бенц" автомобиле менән бәрелешә, бәрелеш һөҙөмтәһендә "Мерседес Бенц" ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм "Ниссан Х-Трейл" автомобиле менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Мерседес" водителе һәләк була, ә "Ниссан" водителе уртаса ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре ала.

Ул ваҡытта полиция хеҙмәткәре булған фигурант, хеҙмәт буйынса кире эҙемтәләрҙән ҡурҡып, пассажир урынында ултырған танышынан, руль артында үҙем булдым, тип әйтеүен һорай, ә тегеһе баш тартҡас, ҡылған ғәмәлен таный. Тикшереү ваҡытында енәйәтсе һаҡ аҫтына алына. Хөкөм ителеүсе кире сәбәптәр буйынса эске эштәр органдарынан бушатыла. Суд уны колония-поселениеға 8 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә, шулай уҡ төп төр язаһын үтәгәндән һуң 3 йылға транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итә.

Фото: https://vk.com/surbskr?from=groups

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас