Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октябрь 2025, 16:00

Берәй ҡасан...

Яҡындарым күптән көтә, Ваҡыт табыу түгел еңел, Осрашырбыҙ берәй ҡасан, Ҡасандыр бер...Бөгөн түгел!

Берәй ҡасан...Берәй ҡасан...
Берәй ҡасан...

Нәфрәт менән яна йәнем,
Асыуымды көскә баҫам,
Бар донъяны емерергә –
Бөгөн түгел... Берәй ҡасан!

Эсем тулы һағыш ҡына,
Тулай йөрәк, әрней күңел,
Эх, тәгәрләп илар инем –
Берәй ҡасан... Бөгөн түгел!

Яратам, тик өндәшмәйем,
Йөрәгемде ниңә асам?
Берәй ваҡыт әйтермен ул –
Бөгөн түгел... Берәй ҡасан!

Берәй ҡасан... Мәңгелеккә
Килгән кеүек, ниңә ҡасам?
Өлгөрмәйсә ҡалһам әгәр?
Булмай ҡуйһа был “бер ҡасан”?

Хоҙай күпме ғүмер биргән?
Урынында түгел күңел...
Үкенескә тороп ҡалһа?
Ә нишләп һуң бөгөн түгел?!

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас