Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октября 2025, 08:20

Ҡатынын табындан тороп йоҡларға ятҡан өсөн яндырған

Зыян күреүсене етди тән йәрәхәттәре менән алып китәләр.

Ҡатынын табындан тороп йоҡларға ятҡан өсөн яндырғанҠатынын табындан тороп йоҡларға ятҡан өсөн яндырған
Ҡатынын табындан тороп йоҡларға ятҡан өсөн яндырған

Билдәле булыуынса ирле ҡатынлы  өйҙәрендә спиртлы эсемлек эсә. Ҡатын алдан табын ваҡытында тороп йоҡо бүлмәһенә китә һәм был иренә оҡшамай. Ул асыулана һәм ҡатынды уятырға тырыша, һуңынан өҫтөнә яғыулыҡ һибә һәм яндыра. Ҡатындың кейемдәре яна, тәне йәрәхәтләнә, ир утты юрған менән һүндерергә тырыша.

Бер нисә сәғәттән ул ашығыс ярҙам саҡыра. Зыян күреүсене етди тән йәрәхәттәре менән алып китәләр.

Өфөнән 45 йәшлек ирҙе хөкөм иткәндәр.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас