Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2025, 11:45

Салауаттың Үҙәк майҙаны матурлана

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы бөгөн эш сәфәре менән Салауат ҡалаһына барҙы. Радий Хәбиров унда төҙөкләндереү эштәре менән дә танышты.

Салауаттың Үҙәк майҙаны матурланаСалауаттың Үҙәк майҙаны матурлана
Салауаттың Үҙәк майҙаны матурлана

Ҡаланың үҙәк майҙанын төҙөкләндереү тиҙҙән, киләһе айҙа тамамлана. Унда эштәр былтыр, Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңгәндән һуң, башланғайны.

Майҙан бик матур буласаҡ. Йәшелләндереү, видеокүҙәтеү системаһын ҡуйыу, арт-объекттар урынлаштырыу, стендтар, кибеттәр - былар барыһы ла халыҡҡа уңайлы буласаҡ.

Яҡындағы Матросов бульварын яңыртыу ҙа кәрәк. Хәбиров был йәһәттән финанслау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Федераль конкурстарҙа ҡатнашыу ҙа мөһим, өҫтәмә аҡса килә.

- Федераль гранттар өсөн көрәшергә кәрәк, - тине БР Башлығы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас