

“Рәсәйҙә көн торошо ҡыш алды тәртибенә күсә”, – тине Вильфанд (русса предзимье була, ти). Әле күп төбәктә шыр ҡойоп ямғыр яуып торһа ла, көн һыуыҡ түгел һымаҡ. Ә тиҙҙән үҙгәрәсәк.
Баяғы яңы осор тигәне 15 – 20 октябрҙә була икән. Ҡыш алды, йәғни. Халыҡсан әйткәндә, һыуыҡҡа күсәбеҙ.
Ярай, миҙгелде алмаштырып булмай бит инде. Ҡыштың да үҙ матурлығы бар. Тыныслыҡ ҡына булһын!
Фото: автор фотоһы.