Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2025, 05:30

Ашығыс хәбәр: Хәүефһеҙлек маҡсатында!

Өфө аэропортында ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде.

Ашығыс хәбәр: Хәүефһеҙлек маҡсатында!Ашығыс хәбәр: Хәүефһеҙлек маҡсатында!
Ашығыс хәбәр: Хәүефһеҙлек маҡсатында!

"Өфө" аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм сығыуға ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде, тип хәбәр итә авиаүҙәктең матбуғат хеҙмәте.

Был сара осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бәйле. Рейстар сикләүҙәр бөтөрөлгәндән һуң башҡарыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда аэропорт эшен Республика көнөндә, 11 октябрҙә, ваҡытлыса туҡтатып торҙо. Ул саҡта 13 рейс кисектерелгәйне.

Оҙон юлға сығыр саҡта, ошондай сикләүҙәрҙе иҫәпкә алырға онотмағыҙ, дуҫтар!

Фото: "Башинформ" архивы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас