Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2025, 11:05

Ҡаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләнде

Ҡаһарман яугирҙарҙың аталарына "Ватан һаҡсыһының атаһы" миҙалдары тапшырылды.  

Ҡаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләндеҠаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләнде
Ҡаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләнде

Рәсәйҙә атайҙар көнө алдынан Өфөлә  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бер төркөм атайҙарына   «Ватан һаҡсыһының  атаһы» йәмәғәт миҙалдары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Был награда  илдең ысын геройҙарын тәрбиәләгән, МХО яугирҙарына һәм ветерандарына, шулай уҡ уларҙың тылдағы туғандарына һәм яҡындарына әүҙем ярҙам иткән ир-егеттәргә тапшырыла.

«Ватан һаҡсыһының  атаһы»  миҙалы менән 19 атай бүләкләнде. Уларҙы тәбрик итергә

министрлыҡ-ведомство вәкилдәре, Рәсәй Геройҙарының әсәләре килде. Тәүге тапҡыр награда былтыр тапшырылғайны.

 «Ватан һаҡсыһының  атаһы» проекты авторы, БР  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһы» дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  ярҙам итеү дәүләт  фондының БР  буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, илһөйәр егеттәр, ысын Ватан һаҡсылары тәрбиәләүҙә атайҙарҙың  ролен баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне.

– Бөгөн беҙ үҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булған ысын ир-егеттәрҙе тәрбиәләгән атайҙарҙы хөрмәтләйбеҙ. Улдарына батырлыҡ, яуаплылыҡ, Ватанға һөйөү кеүек сифаттар тәрбиәләгән атайҙар ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ. Бөгөн был миҙалды алған һәр кем сабырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө булып тора. Һеҙ – ауыр минуттарҙа улдарығыҙға ярҙам итеүселәр, уларҙың ҡайтыуы өсөн доға ҡылыусылар, өйҙәрегеҙҙә  түҙемһеҙлек менән көтөп тороусылар. Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ, иманығыҙ, мөхәббәтегеҙ – ул беҙҙең яҡлаусыларға һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән күренмәгән, әммә шундай ҡеүәтле көс. Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Фәрит Улы Хәбировҡа махсус операцияла ҡатнашыусыларыбыҙға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына һәр яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтлебеҙ, – тине ул.

Бүләкләнеүселәр араһында Стәрлебаш районынан Дилюс Ҡарамышев та бар. Уның улы Тимур әрмелә сағында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм махсус хәрби операцияға юлланған. Бер нисә тапҡыр ауыр яраланған. Ҡыйыу егет Суворов миҙалы  «Хәрби берҙәмлекте нығытҡаны өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Әлеге көндә алған яраларынан дауалана.

Дилүс Мөхәммәт улы яугирҙарға гуманитар ылау туплауҙа әүҙем ярҙам итә. Ҡатыны менән үҙҙәренең йорттарында маскировка селтәре үреүҙе ойошторғандар, һалдаттарға ҡоро душ, окоп шәмдәре яһайҙар.

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Иршат Сәғитов та «Ватан һаҡсыһының атаһы» миҙалына лайыҡ булды. Уның улы кесе сержант Илнур Сәғитов 2022 йылдың сентябрендә мобилизацияланған.2023 йылда хәрби бурысын үтәгәндә разведчик -сапер   батырҙарса һәләк булған. Үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены генерал Шайморатов миҙалы менән наградланған.

– Илнур – иң төпсөк улыбыҙ ине. Себерҙә эшләп йөрөгәндә мобилизацияланды. Әрмелә хеҙмәт иткәндә лә командирҙарынан Рәхмәт хаттары алып торҙоҡ. Һамар ҡалаһында үткәрелгән Еңеү парадында ла ҡатнашты.  Бер ҡайҙа ла һынатманы Илнур, – тип ғорурлыҡ менән һөйләй  улы тураһында Иршат Шамил улы.

Сәғитовтар ике улдары  менән МХО яугирҙарына  даими ярҙам итәләр. «Улыбыҙҙың яуҙаштары бит улар. Нимәләр һорайҙар, барыһын да ебәреп торабыҙ,  әйбер менән дә, аҡсалата ла ярҙам итәбеҙ», – тиҙәр.

 

Юлай Кәримов фотолары.

Ҡаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләнде
Ҡаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләнде
Ҡаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләнде
Ҡаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләнде
Ҡаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләнде
Ҡаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләнде
Ҡаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләнде
Ҡаһарман яугирҙарҙың аталары бүләкләнде
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас