

Был иһә белгестәргә пациенттар, уларҙың туғандары һәм медперсонал менән аралашҡанда килеп тыуған иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итер. Атап әйткәндә, һүҙ ауыр диагноздар, ауырыуҙың хәле һәм башҡа бәхәсле мәлдәр тураһында мәғлүмәтте еткерә белеү тураһында бара.
Табиптарҙы әҙерләү буйынса эш Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Тренигтарҙы Өфө хосписы белгестәре үткәрә. Тренер Гөлназ Ҡунафина әйтеүенсә, белегсетәр менән бындай аралашыу уларға үҙ-үҙҙәренә ышанысын арттыра, тынысландыра һәм коллективтарҙы берләштерә.
Бушлай уҡыу үтеү өсөн fond@ufahospice.ru электрон адресына ғариза ебәрергә кәрәк. Хатта ниндәй коллектив өсөн тернинг үткәрергә кәрәклеген (табиптар, шәфҡәт туташтары, социаль хеҙмәткәрҙәр һ.б) һәм ниндәй маҡсаттарҙы, бурыстарҙы күҙ уңында тотоуығыҙҙы күрһәтергә кәрәк.