Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь 2025, 09:20

"Һәр тин өсөн яуап бирәсәкһегеҙ!"

БР Башлығы Радий Хәбиров кемде иҫкәртте?

"Һәр тин өсөн яуап бирәсәкһегеҙ!""Һәр тин өсөн яуап бирәсәкһегеҙ!"
"Һәр тин өсөн яуап бирәсәкһегеҙ!"
 

Быйыл туризм өлкәһенә 200 млн һум аҡса бүленгән. БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагинаны федераль аҡсаларҙы үҙләштереүҙә ҙур яуаплылыҡ ятыуын иҫкәртте. "Һәр тин өсөн яуап бирәсәкһегеҙ", - тине ул.

Бөгөнгө көндә республикала 200 проект эшләй. 51 инвестпроект бойомға ашырылған, өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә 33 млрд һум аҡса һалынасаҡ 36 инвестиция проекты һайлап алынған. Туристар фәнни- популяр, сәнәғәт, экскурсия, тауға менеү, йәйәү йөрөү, кәмәлә ағыу буйынса маршруттарға күберәк өҫтөнлөк бирә. Быйыл 9714 хаҡлы ялдағы ололар "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты буйынса сәйәхәт иткән. 1 мең кеше Белоруссияға барған.

Республиканың туристик потенциалын бойомға ашырыу буйынса эштәр дауам итә.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас