Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2025, 08:00

Ҡолаҡты йыш таҙартырғамы?

Сайыр ҡолаҡты инфекция инеүҙән һаҡлай.  

 

Нормала сайыр ҡолаҡ өсөн файҙалы. Унда иммуноглобулин матдәләр бар, улар ишетеү ағзаһын инфекцияларҙан һаҡлай.  Шуға ла ҡолаҡты йыш  таҙартырға тәҡдим ителмәй.

Шырпы, мамыҡлы таяҡсалар менән  ҡолаҡты таҙартыу ярамай. Ул эстәге тирене зарарлауға һәм инфекция килеп сығыуға сәбәпсе була ала. Ҡолаҡ – бик нескә ағза. Аҙнаһына бер тапҡыр балалар шапмуне менән яҡшылап йыуырға һәм киптерергә кәрәк.

 

 

Фото: freepik.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас