

Яңы заманса дауаханалар, поликлиникалар, фельдшер-акушер пункттары төҙөлә, улар заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла, медицина учреждениеларының автомобиль парктары яңыртыла. Быйылғғы йылда ғына ла республикала алты поликлиника файҙаланыуға тапшырылды, туғыҙ медицина учреждениеһы капиталь төҙөкләндерелде, 124 фельдшер-акушер пункты сафҡа индерелде.
Ғөмүмән, Башҡортостандың фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәре – Рәсәйҙә иң ҙурҙарының береһе. Бөгөнгө көндә уларҙың һаны 2000-дән аша. Һуңғы йылдарҙа уларҙы яңыртыу буйынса республикала бик ҙур эш башҡарылды. Әгәр ҙә 2010 – 2018 йылдарҙа төбәктә бөтәһе 53 фельдшер-акушер пункты файҙаланыуға тапшырылһа, 2019 йылдан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса республикала 608 модулле ФАП төҙөлгән. Яңы ФАП төҙөлмәгән республикабыҙҙа бер генә район да ҡалмағандыр. Ниндәй генә районды алып ҡараһаҡ та бер нисәшәр яңы медицина учреждениеһының файҙаланыуға тапшырылыуын күрәбеҙ. 2025 йылда иһә 134 модулле конструкция төҙөү планлаштырылһа, шуның 124-е файҙаланыуға тапшырылған да инде.
2025 йылдың 6 октябрендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала 2000-дән ашыу фельдшер-акушер пункты эшләүен һәм уларҙың һәр өсөнсөһө яңыртылыуын билдәләп үтте. Радий Фәрит улы тағы ла яңы һигеҙ фельдшер-акушер пункты асырға старт бирҙе.
«Алда эш күп, — тине Радий Хәбиров. — Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле, ниндәй ФАП-тар була торғайны – утын менән йылтыла, һалҡын һыулы. Бәлки, эстетик күҙлектән ҡарағанда, ул яҡшылыр ҙа, кешеләр хәҙер боронғоға ынтыла бит, әммә медицина күҙлегенән, быға юл ҡуйылырға тейеш түгел. Мин муниципалитет башлыҡтары менән был хаҡтағы тәүге һөйләшеүҙәрҙе иҫләйем, улар был мәсьәләне үҙҙәренең яуаплылығында түгел, тип иҫәпләй ине. Юҡ, ул беҙҙең дөйөм яуарлылыҡ зонаһы. Һәм, әлбиттә, фельдшерҙарҙы һаҡларға кәрәк. Улар араһында оло йәштәгеләр ҙә бар».
Нуриман районының Үкәрле ауылында ла ошо көндәрҙә яңы фельдшер-акушер пункты асылды. Яңы медицинка пунктында фельдшер бүлмәһе, процедура кабинеты, санузел, пациенттарға көтөп ултырыу урыны, медикаменттарҙы һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы һаҡлау өсөн айырым бүлмә бар. Ауыл халҡы ҡапыл сирләп китһә, күҙ төбәп иң беренсе фельдшер пунктына бара, шунлыҡтан был ваҡыиғаны улар ихлас ҡыуанып ҡаршы алды.
– Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар мөмкинлектәр тыуҙырыла. Беҙҙең районда ла яңынан-яңы медицина пункттары төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылып тора. Әлегә тиклем район биләмәһендә Иҫке Исай, Оло Теңкәш, Иҫтерек, Байгилде, Первомайск ауылдарында модулле фельдшер-акушер пункттары сафҡа индерелгәйне. Үкәрле ауылындағы яңы фельдшер-акушер пункты ла беренсел медицина ярҙам күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырып, өс ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы алырға мөмкинлек бирәсәк. 2026 йылдан 2030 йылға тиклем районда тағы ла 7 фельдшер-акушер пунктын төҙөү күҙаллана, – тип үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғайсин.
“Яңы фельдшер-акушер пунктына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Бөтә уңайлыҡтыр бар. Яҡты, иркен, рәхәтләнеп эшләргә була. Әлегә тиклем мәктәптә ике бүлмәне биләй инек. Бик оҙаҡ ҡына ошондай шарттарҙа эшләргә тура килде. Әлбиттә, яңы ФАП-тағы шарттар эште күпкә еңеләйтә”, – ти фельдшер Гөлнара Әминева. Гөлнара Ғәлийән ҡыҙы Өфөлә 2-се медицина колледжын тамамлай, баш ҡаланың 13-сө дауаханаһында бер аҙ эшләп алғандан һуң, Үкәрле ауылына эшкә килә. Дөйөм эш стажы 35 йыл булһа, шуның 31 йылы ошонда үткән.
– Беҙҙең медицина пунктына өс ауыл ҡарай: Үкәрле, Урман һәм Сураш ауылдары. Бөтәһе 400-гә яҡын кеше иҫәптә тора. Эш күп, әле бына киҙеүгә ҡаршы прививкалар эшләйбеҙ. Хроник сирлеләр бар, кемгәлер ашығыс ярҙам кәрәк була... Әммә эшем бик оҡшай. Халыҡ һәйбәт беҙҙә. Инде өс тиҫтә йылда эшләү осоронда өйрәнеп тә бөттөм. Ата-әсәләренән башлағайным, унан балалары, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарай башланым инде”, – ти тәжрибәле фельдшер Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы.
БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллина әйтеүенсә, бөгөнгө көндә фельдшер-акушер пункттарын кадрҙар менән тәьмин итеү 99 процент тәшкил итә. Һуңғы алты йыл эсендә “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 280 белгес дөйөм алғанда 140 млн һумлыҡ аҡсалата түләү алған. Әлеге көндә медицина колледждарында 8965 студент белем ала. Әйткәндәй, Нуриман районына ла алты кеше “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эшкә килә, әлеге ваҡытта дүртәүһе эшләп йөрөй, ә икәүһе мөҙҙәтен тултырып, башҡа яҡҡа эшкә киткән. Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау системаһында Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы кеүек үҙ эшенә ғүмер буйы тоғро ҡалған белгестәр күберәк булһын ине.