Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2025, 07:05

Янғын бер кешенең ғүмерен өҙгән

Утта 86 йәшлек әбей һәләк булған.

Янғын бер кешенең ғүмерен өҙгәнЯнғын бер кешенең ғүмерен өҙгән
Янғын бер кешенең ғүмерен өҙгән

Өфөнөң Кецховели урамында ике фатирлы йорт янған. Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем 3 кеше, шул иҫәптән 2 бала, үҙаллы эвакуацияланған. Янғын һүндереүселәр хәүефле зонанан ике кешене сығарып, табиптарға тапшырған. 45 йәшлек ир төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар 86 йәшлек әбейҙе ҡотҡара алмаған. Янғындың сәбәбе асыҡлана.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас